Асҡын ауылы 2се һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе
Сәбирйәнова Лиана Илшат ҡыҙы
Бала- йәненең,
Бала- уртак ҡаның,
Буыннарға барыр киләсәк.
Бала- наҙың,
Бала- гүҙәл яҙың,
Бала- асыласак утсәсәк.
Һәрбер олы кеше хәҙерге көненә баласаҡны уҙып килә. Аның баласағы ниндәй булган-был барлыҡ башланғысларның башланғысы-беҙҙең бүгенге тормышыбыҙны билдәләй. Ғаиләдән бала балалар баҡсаһына килә. Баҡсада баланың яҡын дуҫты, киңәшсеһе, әлбиттә-тәрбиәсе. Мин ҙур, матур балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Үҙ хеҙмәтемде, балаларҙы бик яратам. Балаларға ныҡлы тәрбиә биреү минең өсөн бик мөһим. Тәрбиәсе иң беренсе сиратта бала йәнле, ысын күңелле һәм асыҡ йөҙлө булырга тейеш. Баласаҡ-кеше тормышының иң мөһим осоро. Ул киләсәккә әзерләүҙән тыш, бүгенге, якты, кабатланмаҫ ғомер. Баласак нисек үткән, сабыйны был йылларҙа тормышта кем етәкләгән, әйләнә-тирәдә аның аҡылына һәм йөрәгенә нимә кергән-бүгенге сабыйҙың киләсәктә кем булаһы дәрәҗәдә шуға бәйле. Беҙ ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ. Әммә хәҙерге заман әле бик ҡаршылыҡлы ла. Замана тәрбиәсе ниндәй булырға тейеш һуң? Ул балаларны яратырға, алар тормышы менән, уй-хыяллары менән янып йәшәй белергә тейеш. Тәрбиә эше ҙур сабырлыҡ, күңел йомартлығы талап итә торған озаҡҡа һузылған эшсәнлек. Шунлыҡтан, тәрбиәсе бик күп белергә, балалар өсөн һәрсаҡ ҡыҙыклы, ҡабатланмаҫ булырға тейеш. Ә быға эзләнеүсән, белемеңне һәрсак байытып торғанда, үҙ эшенең ысын остаһы булғанда ғына ирешергә мөмкин. Яңыса тәрбиә алымдары, яңы технологиялар, традицион булмаған методтар ҡулланыу менән берәттән, әҙәби мирасыбыҙ - халык ауыҙ иҗади әҫәрҙәрен, милли-региональ компоненттарҙы ла онытмаҫҡа тейеш. Балалар менән эшләү теләге минең кескенә булған саҡтан үҡ зур хыял ине. “Рәссамнәр кеүек тәрбиәсе булып тыуарға кәрәк”- тип яҙған Вебер. Мин баласаҡтан үҡ ҡурсаҡтарым менән тәрбиәсе уйнай инем. Ә инде үҙә төшкәс, күршеләр минең балалар яратуымды күреп, үҙ балаларын ҡарап торырга саҡыралар ине. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағас мин тәрбиәселәрҙең беҙҙең менән “мәш” килеүҙәрен күреп алар кеүек булаһым килеп ҡызыға инем. Был ваҡытта миңә был һөнәрҙән дә ҡызығрак, һөнәр юҡ һымаҡ тойолдо, вакыттар үтеү менән минең был фекерем үҙгәрмәне. “Кеше һөнәрне түгел, ә һөнәр кешене һайлый”- тип яҙган Сократ. Минең осраҡтала шулай булды. Уҡырга миңә филология бүлегенә керергә тура килде. Ләкин мәктәптә уҡытыу дәүерендә минең кескенә балалар менән эшләү теләге хис күңелемдән китмәне. Һәм менә язмыш мине балалар баҡсаһына эшкә урнаштырҙы. Шулай итеп һөнәр мине үҙе эҙләп тапты. Осраҡлы ғына тәрбиәсе булып килеп кереп,балалар баҡсаһында эшләп булмай. Шуға күрә, бик күптәр был эштэ эшләй алмайынса тиҙрәк китеү яғын ҡарайҙар. Тәрбиәсе булыу ул бик олы хеҙмәт, сөнки баланың донъяның бәхетле итеп күрәме, насар, тиҫкәре яҡтан күрәме былар барыһыда тәрбиәсе хезмәтеннән тора. Ысын тәрбиәсе был донъя менән йәшәргә, барлыҡ мөхәббәтен, йөрәк йылыһын балаларга бирергә тейеш. Был исемгә үзеңдең талантың, теләгең менән лайыҡ булырга кәрәк. Сөнки беҙҙең заман талапларына тура китереп балалар тәрбиәләү өсөн һәр вакыт эҙләнергә, яңалыҡтар асырга, яңы идеялар менән яныу кәрәк. Бугенгеләй хәтеремдә балалар баҡсаһына беренсе тапҡыр атлап кереүем. Группага кереү менән мине шау-шаулы кес кенә сабыйлар уратып алды. Алар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән миңә, ә мин аларга ҡарап торҙом. Эстә мине мең һорау ине. “Мин был сабыйларҙан яҡшы күңелле, аңлы, зирәк кешеләр яһай алырмынмы? Хаталар булыр микән? Эште нимәнән башларға?” Шул вакытта бөйөк аҡыл эйәһе Ризаитдин Фахретдин һүҙҙәре иҫкә төштө: “Баласаҡта ебәргән хатаны төзәтергө йылдар ҙа етмәҫ”. Аларҙың ҡыҙыҡһыныусан күҙләренә ҡарап шуны аңланым: мин аларга асылмаған ғәлим, барлыҡ һорауҙарга яуап биреүсе интернет, энциклопедия. Һәм мин аларҙың был ҡызыкһынусанлыктарын хупларга, аларҙы яратырға, икенсе әсәйҙәре булырға, алар мине үҙҙәренең баласак иленә, әкият фантазиялар донъяһына алып кереүҙәренә ирешергә тейешмен. Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе исеменә лайыҡ булыу миндә тәрбиәләнгән балаларҙың үҙ хис--тойгыларында ла күренә. Мин аларҙы яратып “минең балалар” дип әйтәм. Мин алар менән үткән һәр көнгә һөйөнәм. Аларҙың минең янға йүгереп килеүҙәре, ашыға-ашыға минең менән ҡыҙыҡлы яңалыктарын уртаклашыуҙары, кис өйҙәренә ҡайтаһылары килмәйсә йылауҙары олы ҡыуаныс. Минеңсә был тәрбиәсе өсөн олы билдә, был барлык маҡтауҙардан ла өҫтен. Һигеҙ йыл тәрбиәсе булып эшләү дәүерендә тәрбиәсе эше һөнәрем генә түгел, ә минең тормышыма әйләнде. Был йылдарҙа ғомеремде балалар араһында уҙдырғанға үкенгәнем булманы. Киреһенсә был әкият баласак илендә мин барлыҡ тормыш мәшәҡәтләремде онотоп үҙемде йәш, энергиялы, сәләмәт итеп хис итәм. Ж.К. яҙғанса : “Һәр һөнәр аны яратыу менән был өлкәдә уңыш килтерә” Мин дә был һөнәремде бик яратып башҡарам. Көн дә шул ғонаһсыҙ сабыйлар янында булыу, аларҙың уй-хисләрен уртаҡлашып йәшәү үҙе ҙур бәхет түгелме? Мин яҙмышыма был ауыр хезмәтемде башҡарырға йәрҙәм иткәне өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Хыял ҡанатларым сикһеҙ минең. Үҙемә, үҙ балаларыма ни теләһәм, балалар баксаһында үҙем тәрбиәләгән сабыйларға ла шул теләктә мин. Киләсәктә тәүфиҡлы, иманлы, тәрбиәле балалар булып үсеүҙәрен, үҙҙәре һайлаған ҙур тормыш юлынан “күкрәк киереп”, ғорур атлаулаһын теләйем.
Әгәр һорау бирһәләр
Бәхет ни ул?- тип әйтһәләр.
Бәхет шушы балалар
Кеше булып үҫһәләр.