Күңелле шарҙар

Маҡсат: - балаларҙың әүәләүгә ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү;

-  төҫтәрҙе нығытыу;

-  - дуҫлыҡ, берҙәмлелек тойғоһо тәрбиәләү.

Үткәреү формаһы: уйын формаһында.

Эшмәкәрлек төрҙәре: уйын, художестволы ижад.

Йыһазландырыу: клоун һүрәте, таҡта, төҫле шарҙарҙың һүрәттәре, ике өлөшкә

бүленгән  шар  һүрәттәре  (һәр  бер  балаға),  музыка,  өлгө  шар  һүрәттәре,

пластилиндар,  клеенка,  салфеткалар,  ҡағыҙ  битендә  шар  һүрәттәре,  шарҙар,

персонаж клоун.

 

Дәрес барышы: тәрбиәсе балаларға клоун һүрәте буйынса әңгәмә үткәрә.

- Балалар клоунды күргәнегеҙ бармы?

- Ҡайҙа күргәнегеҙ бар?  

- Әйе, циркта күргәнебеҙ бар. Һеҙ беләһегеҙме, клоун шарҙар менән уйнарға ярата. Ә

һеҙ шарҙар менән уйнарға яратаһығыҙмы? (балаларҙың яуаптары).

-  Шарҙар  төрлө  төҫтә  була.  Әйҙәгеҙ  төҫтәрен  ҡарап  үтәйек  әле  (таҡта  эргәһенә

барып балалар ярым түңәрәк яһап торалар. Таҡтаға төҫлө шарҙарҙың һүрәте эленә,

балалар төҫтәрен әйтә).

- Был шар ниндәй төҫтә? (Йәшел, ҡыҙыл, күк, һары).

Дидактик уйын: “Яртыһын тап”. (Шарҙар төрлө төҫтә һәм яртыға бүленгән,

хәҙер беҙгә уларҙың төҫөн тап килтереп дөрөҫ итеп һалырға кәрәк).

- Дөрөҫ эшләнегеҙ,  әйҙәгеҙ  үҙебеҙгә сәпәкәй итеп алайыҡ (балалар үҙҙәрен хуплап

үтәләр).

 

Ял итеү минуты.

Түңәрәк уйыны: “Ҙур шар”.

- Балалар әйҙәгеҙ беҙҙә ҙур шар эшләйек. Түңәрәккә торҙоҡ, шарҙы өрәбеҙ: у-у-у-у.

Бына беҙҙең ҙур шарыбыҙ килеп сыҡты, хәҙер беҙҙең шарыбыҙ бушаны: ш-ш-ш-ш-ш

(уйын ике тапҡыр ҡабатлана).

Әүәләү: “Шарҙарға еп”.

-  Балалар,  ҡарағыҙ  әле,  был  һүрәттә  шарҙарҙың  ептәре  юҡ.  Хәҙер  беҙгә

пластилиндан әүәләп еп ҡуйыр кәрәк. Тәрбиәсе эш алымын аңлата: устарҙа оҙонса

әүәләү ысулын аңлатып үтә (уның өсөн беҙ пластилинды алабыҙ ҙа устарҙа оҙонса

әүәләйбеҙ.  Шунан  ебебеҙҙе  шарға  тоташтырабыҙ.  Ҡулдарҙы  салфеткаға  һөртәбеҙ).

Балаларҙың эштәре (музыка аҫтында).

-  Әйҙәгеҙ  шарҙарыбыҙҙы  бер-  беребеҙгә  күрһәтәйек.  Ҡарағыҙ  әле  балалар  беҙҙең

шарҙарыбыҙ ҡайһылай матур килеп сыҡты.

 

Йомғаҡлау:

- Балалар бөгөн беҙ нимәләр эшләнек? (Балаларҙың яуаптары).

Күңелле көй уйнай төркөмгә клоун килеп инә.

- Һаумыһығыҙ балалар, мине танынығыҙмы? (Балаларҙың яуаптары).

-  Балалар  мин  бит  һеҙгә  буш  ҡул  менән  килмәнем,  үҙемде  яратҡан  шарҙарымды

алып килдем. Бына улар. Әйҙәгеҙ шарҙар менән уйнап алайыҡ.

ДАННЫЙ САЙТ БЫЛ СОЗДАН, ИСПОЛЬЗУЯ