Көҙ

Ҡойҙо ҡайындар

Һап-һары алтын.

Осто муйылдан

Ҡып-ҡыҙыл ялҡын

(Муса Ғәли)

Көҙгө урман


Көҙгө урман. Ағастарҙан

Алтын япраҡ ҡойола.

Зәңгәр күктән парашюттар

Төшкән кеүек тойола.

(Айһылыу Йәғәфәрова)


Беренсе сентябрҙә


Әсәй оҙата маҡтап,

Атай оҙата маҡтап.

Беҙҙе ҡаршылай бөгөн,

Ҡаршылай яҡты мәктәп.


Беҙҙең мәктәптә яҡшы,

Иркен бүлмәләр яҡты.

Шундай матур мәктәптә

Уҡырға кәрәк яҡшы!

(Сафуан Әлибай)

ДАННЫЙ САЙТ БЫЛ СОЗДАН, ИСПОЛЬЗУЯ