Ҡәҙерле дуҫтар, әсәйҙәргә бағышланған был шиғырҙар "Башҡорт балаһы мин" төркөмөнән алынды.
Әсәй! Ер йѳҙѳндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ - әсәй! Шул һүҙ менән баланың теле асыла һәм ул бѳтә телдәрҙә лә берҙәй яғымлы яңғырай. Һәр кемдең дә иң яҡын кешеһе - әсәй. Әсәнең йомшаҡ ҡулдарын, мѳләйем ҡарашын, яғымлы һүҙҙәрен бер нимә менән дә сағыштырып булмайҙыр. Әсә йѳрәге - иң һиҙгере, тиҙәр. Унда балаға булған мѳхәббәт хисе бер ҡасан да һүнмәй.
Әсә... Ниндәй бөйөк исем...
Нимә етә әсә булыуға?!
Ҡатындарҙың бөтөн матурлығы,
Сибәрлеге әсә булыуҙа.
Әсәләрҙең күңелдәре балаларҙа,
Бала күңеле тиҙәр далала.
Тик онотмайыҡ шуны:ике килмәй
Хеҙмәт итеү ата-әсәйгә.
***
ӘСӘЙ
«Әсәй!» — тип телем асылған,
«Әсәй!» — тип юлға сығылған,
«Әсәй!» — тип бәхет табылған,
«Әсәй!» — тип урап ҡайтылған.
«Әсәй!» — тип төндә уянам,
«Әсәй!» — тип өндә ҡыуанам,
«Әсәй!» — тип йөрәк һыҙлаһа,
Ҡайтырмын бер, тип йыуанам…
Мине саҡырһа ла далам,
Юлдарға кәртә ҡоролған.
Тыуған яҡты һағыныуҙарым
«Әсәй!..» һүҙенән ҡойолған...
(Ҡ.Аралбай)
***
ӘСӘ КҮҢЕЛЕ
Әсә күңелен диңгеҙ тиҙәр,
Унда күпме ынйы бар!
һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән
Бала өсөн саф мөхәббәт
Ынйылары бит улар!
Әсә күңелен дала тиҙәр,
Ул тылсымлы, киң дала.
Ошо күңелдән башлана
Һәр кемдең дә ҙур бәхеткә
Аҡ юлдары донъяла!
Әсә күңелен ҡояш тиҙәр,
Унда күпме яҡтылыҡ!
Шул күңелдең яҡтыһынан
Тормош тағы балҡып китә,
Ерҙә арта яҡшылыҡ!
(А.Игебаев)
***
ЙӘШ ӘСӘ
Йәш бер әсә килә урам буйлап,
Аҡ юрғанда бала күтәреп.
Йәше, ҡарты уның юлын ҡыймай,
Ебәрәләр алдан үткәреп.
Бәпескәйе бик ауыр микән ни,
Маңлайына тирҙәр һибелгән.
Ерҙең киләсәген күтәргән бит –
Түгелдер ул артыҡ еңелдән.
(Р.Шәғәлиев)
***
ӘСӘКӘЙЕМ
Таң артынан ҡояшҡа
Үрелгән гөлдәй,
Һоҡланам әсәйемә
Гел тәү күргәндәй.
Унан яҡын донъяла
Һис берәү ҙә юҡ.
Унан башҡа йәшәүҙең
Бер йәме лә юҡ.
Ерҙең һулышы йылы
Әсәй булғанға.
Зәңгәр күк йондоҙло
Әсәй булғанда.
(Н.Иҙелбай)
***
ӘСӘЙЕМ
Әсәйемде бик яратам,
Эшкә китһә, һағынам.
Китмәһен тип тағы ла,
Ҡайтһа, уға һыйынам.
Әсәй өйҙә булған саҡта
Бөтәбеҙгә күңелле -
Яҡты нурлы, йылы ҡояш
Көлөп торған шикелле.
(И.Илембәтова)
***
ӘСӘЙҘӘР БЕР ГЕНӘ
Әсәйҙәр йылмайғас,
Өй эсе йәмлерәк.
Әсәйҙәр бешергән
Аштар ҙа тәмлерәк.
Әсәйҙәр яратҡас,
Шат беҙҙең йөҙөбөҙ.
Әсәйҙәр булғанға
Бәхетле көнөбөҙ.
Әсәйҙәр бер генә –
Ҡәҙерен беләйек.
Йөрәктәр йылыһын
Уларға бирәйек.
(Ә.Әсәҙуллина)
***
ӘСӘ КҮҢЕЛЕ
Әсә күңеле - тәрән диңгеҙ, тиҙәр,
Шикләнмәйем, ысын, шулай бит.
Ул күңелгә күпме шатлыҡ һыйһа,
Ҡайғылар ҙа бик күп һыя бит.
Ауырлыҡтың барын онота ул
Балаһының бәхете хаҡына,
Тик балалар әсәй күңелдәрен
Аңлай алмай ҡала йыш ҡына.
Мәшәҡәтһеҙ-ниһеҙ ҙурайғандай,
Үҫеп алғас, ҡайһы балалар,
Әсәйҙәргә ауыр һүҙҙәр әйтеп,
Уңалмаҫлыҡ яра һалалар.
Әсә күңеле тәрән, киң дә, тиҙәр,
Кисерер ул, бәлки, балаһын.
Һаман өҙөлөр ул, "балам", тиеп,
Һыҙлаһа ла йөрәк яраһы.
Кәтибә Кинйәбулатова
***
ИНӘЙ
Инәкәйем, мин алдараҡ китһәм,
Ҡайғырма һис минең китгәнгә.
Ҡайғырһаң, тик ҡайғыр минең бары
Аҡ ҡайынды әсәм иткәнгә.
Баш осомда минең ултыртһындар
Ҡайғыһы аҡ булғаны аҡ ҡайын.
Күҙ йәшеңде ҡоймай, минең менән
Бер көн килеп һөйләш, яҙ һайын.
Мин әйтермен, сабый япраҡ булып,
Бер генә һүҙ: "Инәй! - күҙ нурым".
Аҡ ҡайынды һыйпап тыңла бер йыр,
Аҡ ҡайында - минең күҙ нурым.
Рәми Ғарипов
***
ӘСӘЙЕМ ҮҪТЕРГӘН МИНЕ
Әсәйем үҫтергән мине
Тыуған өйөмдә.
Рәхәтләнеп һөйләшәмен
Уның телендә.
Илаған саҡта әсәйем
Мине йыуатҡан.
Күкрәгенә ҡыҫып-ҡосоп,
Һөйөп йылытҡан.
Айҙай нурлы, көләс йөҙлө
Минең әсәйем.
Уға оҡшап мин егәрле
Булып үҫәйем.
Айгөл Айытҡолова
***
МИН ӘСӘМДЕ КҮККӘ ТИҢЛӘР ИНЕМ
Əсə һүҙе шундай яғымлы ул,
Иң изге һүҙ барлыҡ донъяла.
Ошо һүҙҙəн Тыуған ил башлана,
Телен аса тыуған һəр бала.
Мин əсəмде күккə тиңлəр инем,
Йөҙкəйҙəре уның — аяҙ күк.
Сəскəн изгелеге сəскə булһа,
Ерҙе ҡаплар ине хəҙер үк.
Күңелдəре йыһан киңлегендəй,
Тауыштары — тауҙар шишмəһе.
Əсə мөхəббəте — төпһөҙ диңгеҙ,
Тамсыһы ла уның кипмəһен.
Мин əсəмде айға тиңлəр инем,
Ҡараштары уның — көмөш ай.
Ай яҡтыһы менəн бəхет һорап,
Мине көткəн əсəм йоҡламай.
Һағынып та ҡайтып был күреүем,
Бар күңелдəн тəбрик итеүем,
Һинең өсөн бөгөн был алҡыштар,
Əсəм — минең уңыш бетеүем.
Р. Мансурова
***
ӘСӘКӘЙЕМ
“Әсәй” тигән ҡыҫҡа ғына һүҙгә
Бөтә донъя һыйған, һыйынған!
Ҡояштың да иң-иң наҙлы нуры
Әсәй йөрәгендә ҡойонған!
Әсәкәйем минең! Яндарыңда
Гелән рәхәт, гелән күңелле!
Һиндә генә урын алғандыр ул
Йомшаҡлығы йөрәк, күңелдең!
Телкәйеңдән гел йылы һүҙ сыға,
Балаларым, тиеп йәшәйһең.
Ғүмеркәйең оҙондарҙан булһын,
Донъялағы иң шәп кешеһең!